Асыҡ диалог

Асыҡ диалог https://bash.news/news/42629_asy_dialog/?lang=bash

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса республиканың дәүләт комитеты идарасы компаниялар менән фатир хужалары араһында бәйләнеште нығыта. Торлаҡ милекселәрен ҡабул итеү 7-се тапҡыр ойошторолдо. Күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы тәртиптә тотоу һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр мәсьәләһе бөгөн үткән осрашыуҙа ҡаралды. Баш ҡаланың Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында уҙған фекер алышыуҙа хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов ҡатнашты.

Мөрәжәғәт итеүселәр араһында Әлфиә Нәжметдинова ла булды. Ул Әй урамындағы күп фатирлы йорт комитеты рәйесе. Белгестәргә ул, башҡарылған эштәр өсөн акттарға кемдәр ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Йәмәғәтселек вәкиле фекеренсә, ҙур мегаполиста подъездарҙа яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырыу, ваҡ ремонт өсөн ҙур сығымдар тотонола. Был һуңынан айлыҡ квитанцияларҙа сағылыш таба. Шуға ла Әлфиә ханым, торлаҡ милекселәренән тыш рәсми финанс документтар раҫланмаһын ине тигән үтенес белдерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҙа уның фекере менән килеште.

(Ц:Әлфиә Нәжметдинова, күп фатирлы йорт комитеты рәйесе) Әҙләп-әҙләп барыһы ла яҡшыра башланы. Хәҙер мин бындағы йыйылыштарға һәр ваҡыт киләм. Һорауҙар күп. Бөгөн өс һорау килтерҙем.

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов фекеренсә, идарасы компаниялар күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән даими элемтә тоторға тейеш. Халыҡ бер тапҡыр үткәрелә торған акцияла түгел, ә тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Шуға ла был йүнәлештә лә заман технологияларын үҙләштереү мөһим.

Идарасы компанияның ишектәре халыҡ өсөн даими асыҡ булырға тейеш. Был эште акция итеп түгел, ә көндәлек эш итеп ҡабул итергә кәрәк.. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә күрһәтелгәнен иҫәпкә алып, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән дә 24 сәғәт бәйләнеш тоторға кәрәк. Сетерекле хәлдәр бит тап элемтә булмағанлыҡтан килеп сыға. Шуға ла идарасы компанияларға һанлы технологияларға күсеү көн талабы.

Николай Хорошилов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Асыҡ диалог

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста