Йөйәктә яңы мәсет

Йөйәктә яңы мәсет https://bash.news/news/43194_jjkt_yay_mset
16 июн 2018, 23:23

Изге Ураҙа айының һунғы көндәрен Белорет районының Йөйәк ауылы яңы мәсеттә ҡаршы алды. Туҡһан йылдан һуң Инйәр буйының иң хозур ярында урынлашҡан ауылды тағы ла йәмләндереп иман йорто ҡалҡып сыҡты. Ғәйет байрамына сафланып килеп ингән мосолмандар өсөн мәсет асылыуы икеләтә байрам булды. Халыҡ ауылдаштарҙың хәләл көсө менән төҙөлгән яңы мәсеттә тәүге йома намаҙын уҡыны.

Йөйәктә яңы мәсет
Йөйәктә яңы мәсет

Бер быуатҡа яҡын ваҡыттан һуң Йөйәк ауылында ҡайтанан аҙан тауыштары яңғыраны. Иманға ынтылышы ҙур булған ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көткән. Илаһи моңдо ишетеү менән күңелдәрҙе сафлыҡ, аңлата алмаҫлыҡ тойғолар сорнаны, ти улар.

90 йыл буйына ауылда аҙан тауышы яңғырағаны юҡ. Әле аҙан уҡығандан һуң ҡайһы-бер кешеләр илап ебәрҙек, тип һөйләйҙәр. Ауылда бик шат булып мәсеткә йөрөйҙәр. Намаҙ уҡый алмағандар былай ғына ултыра, был да сауап.

Рәхимйән Ғәләүетдинов, Йөйәк ауылы мәсете имам-хатибы

Быға тиклем ғәбәҙәт ҡылыу йорто булмауы урындағы халыҡтың бөтөнләй иманһыҙ булыуы хаҡында һөйләмәй, киреһенсә, ауылдағы һәр кеше тиерлек, бигерәк тә балалар дингә ылыға.

Ауылдан йыраҡ түгел генә изгеләр зыяраты тип йөрөтөлгән ер бар. Был да Йөйәктең дини тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуын дәлилләй, ти тарихсылар ҙа.

Ул зыяратта яҡшылар ҙа яратыла, әүлиәләр ҙә яратыла, тип йөрөтәбеҙ. Ошо зыяратҡа Ҡатай еренән Сәрмәндән алып Айысҡа тиклем, Инйәр буйынан Ғәбдеккә тиклем бөтә күренекле кешеләрҙе, изгеләрҙе ошонда килтереп күмер булғандар. Ауылыбыҙҙың дини тарихы бик боронғо.

Ринат Шәйбәков, Йөйәк ауылы старостаһы

Тамырҙар үҙенекен итә, ти диндарҙар. Изге йортто тиҙерәк төҙөтөү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индергән. Урындағы халыҡтың кемеһе техника, кемеһе материалдар менән дә, ситтә йәшәүселәр ҙә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған.

Мәсет ауылға бик кәрәк ине. Халыҡ үҙе әүҙем ҡатнашып, үҙҙәре теләп көн һайын ярҙамға килде. Әле лә мәсет буш тормай, халыҡ көн дә йөрөп тора.

Шәфҡәт Салауатов, Йөйәк ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы

Мәхәллә төҙөткән кешене хоҙай тәғәлә ожмахта урын алып ҡаршылар, ти ислам дине. Ләкин Йөйәк ауылы мәсетен төҙөүселәр үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртмай. Ғибәҙәт ҡылыу йорто тирә -йүнгә, күрше ауылдарға, нур һибеп, иман өләшеп торор тип ышана улар.

Автор: Айнур Кәбиров.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Концерт группы «Аргымак» 1 марта
Билеты на Rena Rnt Свадьба наизнанку