Өфөнөң Жуков урамында йәшәүсе хаҡлы ялдағы ханым мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә

Өфөнөң Жуков урамында йәшәүсе хаҡлы ялдағы ханым мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә https://bash.news/news/43275_fn_zhukov_uramynda_jshse_xaly_yalday_xanym_mutlashyusylar

Үҙҙәрен коммуналь хеҙмәткәр тип танытыусылар фатирға инеп, хужабикәне төп башына ултырта. Һынаулы минуттар эсендә 16 мең аҡсаһын елгә осорған Алевтина Бармут хаҡлыҡ эҙләп, беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Кемдәр улар төп башына ултыртыусылар? Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Алевтина Бармута шлангты ҡумтаһынан асып ҡарай ҙа, кире яба. Алданғанын аңлаһа ла, һуң инде. Күптән түгел уның фатирына үҙҙәрен коммуналь хужалыҡ белгестәре тип танытыусылар килеп, 16 меңдән ашыу аҡсаһын алып китә. Бушҡа түгел, әлбиттә, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн. Хужабикәне һыу үткәргес кранына махсус ҡоролма ҡуйыу мотлаҡ, тип күндерәләр. Имеш, хәл мөшкөл, тейешле приборҙы ҡуйыу ғына мәсьәләне хәл итә.

Улар фатирға ҡарайбыҙ тип кенә инделәр ҙә, әйләнеп ҡарауыма ниндәйҙер прибор урынлаштырғандар. Хеҙмәт өсөн башта 3 мең тинеләр, аҙаҡ 9 меңгә күсте, ә килешеү буйынса бөтөнләй 16 мең түләргә тейеш булып сыҡтым. Үҙем аңғармай ҙа ҡалдым, улар эштәрен тиҙ генә бөтөрөп сығып киттеләр. Ҡарап тороуға ышаныслы кешеләр күренә инеләр.

Алевтина Бармута, зыян күреүсе

Мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен һиҙеп ҡалғас та, ханым улына шылтырата. Сергей әйтеүенсә, фатирҙа улар ҡуйған бәләкәй генә прибор ҙа, хеҙмәт тә бер нисек тә 16 мең һум була алмай. Әммә мутлашыусылар бик оҫта эш итә, килешеү буйынса барыһы ла тәртиптә.

Хаҡлы ялдағы кешеләрҙең һуңғы пенсияһын алып киттеләр тип әйтергә була. Хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итергә уйыбыҙ юҡ. Әммә беҙҙең ғаилә кеүек башҡалар ҙа зыян күрмәһен ине, иғтибарлыраҡ булһындар.

Сергей Бармута, Алевтина БАрмуттың улы

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаға юлландыҡ. Әммә урында яуап бирерҙәй береһе лә булмай сыҡты. Баҡтиһәң, бер үк ойошманан зыян күреүселәрҙең һаны һуңғы ваҡытта тиҫтәнән ашып киткән. Белгестәр әйтеүенсә, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр башлыса оло йәштәгеләр.

Беҙҙең дәүләт комитетына зыян күреп, мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһының да бер үк тарих тиерлек. Йә газ ҡоролмаһын алыштыралар, йә юғары хаҡҡа медицина ярҙамы күрһәтәләр. Был осраҡта инде фатирҙарға инеп, ҡиммәтле ҡоролманы урынлаштырыу мотлаҡ тип талап итеү бөтөнләй дөрөҫ түгел.

Нина Никандрова, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары

Белгестәр һорауҙар, шикләнеүҙәр тыуғанда Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә саҡыра. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт алтыға тиклем эшләй.

Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8-347-218-09-78

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөнөң Жуков урамында йәшәүсе хаҡлы ялдағы ханым мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество