Отнурок ауылына Ильич уттары инде

Отнурок ауылына Ильич уттары инде https://bash.news/news/43438_otnurok_auylyna_ilich_uttary_inde

Белорет ҡалаһынан алыҫ түгел генә урынлашҡан ауылға ниһәйәт электр уты үткәрелде. Быға тиклем ауыл халҡы генератор, шәмдәр, аккумуляторҙар ярҙамында ғына көн итә, замана уңайлыҡтары тураһында хыяллана ғына ине. Һәм быфл хыял тормошҡа ашты. Республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәндән һуң Отнурокты ла электр сымдарына тоташтырҙылар.

Күптән түгел генә һәр хужалыҡтың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булған генераторҙар хәҙер келәттә саңлана. Уға алмашҡа ток иҫәпләү ҡоролмаһы, сымдар һәм тоҡандырғыстар ғына. Электр уты бирелеүгә күп тә түгел, ә ауыл халҡы экономияны һиҙә лә башлаған.

Генераторға бер кискә биш литрҙан ашыу яғыулыҡ китә. Ә бензинға хаҡтарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ. Сығымдар ҙур ине. Әле электр утына квитанция алмағанбыҙ, шулай ҙа күпкә арзаныраҡ буласағы билдәле. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тоҡандыра алмай аҙапланаһы ла түгел.

Федор Ялалов, Отнурок ауылында йәшәүсе

Генераторҙың ни тиклем сығымлы булыуын урамда йыйылған кәнистр һанынан да белергә мөмкин. Хәҙер иһә улар ҙа эшһеҙ ултыра. Уның ҡарауы йортта яңы уңайлыҡтар барлыҡҡа килгән. Хужабикә үҙенә ярҙамға һыуытҡыс, мультиварка һатып алған. Сиратта телевизор, компьютер һәм башҡа уңайлыҡтар.

Беҙ фермерҙарға электр уты һыу кеүек кәрәк. Ток үткәрелгәс тә инкубаторҙар һатып алдыҡ. Хәҙер ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнә башланыҡ. Ә көнкүрештәге уңайлыҡтар тураһында һөйләп тораһы ла түгел.

Маргарита Миняева, Отнурок ауылында йәшәүсе

Егерме беренсе быуатта электр утына ҡыуаныу сәйер күренеш. Ләкин мәсьәләне республика етәксеһенә еткермәһәләр, уныһы ла булмаҫ ине. Электр уты үткәреүҙәрен һорап Рөстәм Хәмитовҡа Отнурок аулында йәшәүселәр мөрәжәғәт иткәйне. Һөҙөмтәлә Отнурокка ун саҡырым тирәһе ятҡан күрше ауылдан сымдар һуҙылды. Төбәк башлығы ток үткәреү эшен дә шәхсән контролдә тотҡан.

Бер нисә көн элек кенә Рөстәм Хәмитов үҙе шылтыратып эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ауылға электр үтеүен белгәс мәсьәләне шәхси иғтибарҙан аласағын әйтте. Халыҡ ҙур рәхмәтле. Элек Отнурок ҙур бер генератор кеүек геүләп торһа, хәҙер ауылда тынлыҡ урынлашты.

Надежда Фәйрүзова, Нура ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы

Шулай ҙа халыҡ генераторҙарҙан тулыһынса баш тартырға йыйынмай. Йәй урталарында уларҙың тағы ла кәрәге тейәсәк. Электр үткәреүселәр бер ҡуҙғалғанда ауылдар араһындағы иҫке бағаналарҙы ла яңыртып ҡуйырға булған. Ғүмер буйы утһыҙ көн иткәнде бер-ике аҙнаға ғына түҙербеҙ әле, ти Отнурокта йәшәүселәр.

Автор: Айнур Кәбиров.

Отнурок ауылына Ильич уттары инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд