Яңауылда йәшәүсе кескәй Даянға ярҙам талап ителә

Яңауылда йәшәүсе кескәй Даянға ярҙам талап ителә https://bash.news/news/43510_yaauylda_jshse_keskj_dayana_yaram_talap_itel
21 июн 2018, 22:04

Өс йәшлек малайҙың аҫҡы яңаҡтары үҫешмәй, теле насар хәрәкәт итә. Операция яһалмаған осраҡта Даяндың һәр төнө һуңғыһы булыуы ихтимал. Йоҡлағанда сабыйҙың теле тын юлдарын ҡаплауы мөмкин, ти табиптар. "Русфонд" хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә Даянға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя. Сабый тормошона битараф булмаусылар 5542 һандарына ДЕТИ һуҙен ебәрә ала. СМС хәбәр хаҡы 75 һум.

Даянға хәҙер өс йәш, әммә ата-әсәһенең һәр һүҙе лә яуапһыҙ ҡала. Аҫҡы яңаҡтары үҫешмәгәнлектән теле йүнләп асылмай. Табиптар уға тыумыштан уҡ Пьер Робен синдромы диагнозы ҡуя. Малайҙың ата-әсәһе ошо көндән алып тыныс ҡына йоҡлағаны ла юҡ.

Гөлназ Ғәзизова: Тыуғанда табиптар балабыҙҙы тонсоғоуҙан саҡ ҡотҡарып ҡалды, әммә операция эшләргә иртә тинеләр. Даян ҡабырғаһында ғына йоҡлай ала. Әгәр арҡаһы менән ятһа теле тын юлын ҡаплап буҫлығыуы ихтимал. Шуға һаҡ ҡына йоҡлайбыҙ. Хырылдай башлаһа шундуҡ уятабыҙ.

Хәҙер операция яһарға мөмкин, ти табиптар. Даяндың аҫҡы яңағына дистрактор урынлаштырыу талап ителә. Уның ярҙамында малай тын ала, яҡшылап туҡлана аласаҡ.

Был ҡоролма баланың аҫҡы яңағын тәбиғи ҙурлыҡҡа килтерергә ярҙам итәсәк. Унһыҙ хәлде үҙгәртеү мөмкин түгел. Дистрактор менән Даян яҡшылап тын ала, йота аласаҡ. Әле ашағаны йә танауына, хатта ҡолаҡ юлына китеп йонсота.

Нияз Дәүләтшин, йөҙ-яңаҡ хирургы

Операция үҙе бушлай эшләнә, ни бары дистракция ҡоролмаһы өсөн 427 мең һумдан әҙ генә ашыу аҡса түләргә кәрәк. Әммә был йәш ғаиләнең үҙенең генә хәленән килмәй. Сабыйҙың тулы тормош менән йәшәүен теләүселәр, кеше яҙмышына битараф ҡалмаған изге күңелле кешеләр 5542 һандарына "Дети" һүҙен яҙып смс ебәрә ала. Бер хәбәрҙең хаҡы 75 һум. Тик һеҙҙең ярҙам менән генә Даян ауыҙ тултырып Әсәй , ә мәрхәмәтле кешеләргә Рәхмәт тип өндәшә аласаҡ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Яңауылда йәшәүсе кескәй Даянға ярҙам талап ителә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд