Йөрәк сире менән ауырыусы Илһан Ғәләүетдиновҡа ярҙам кәрәк!

Йөрәк сире менән ауырыусы Илһан Ғәләүетдиновҡа ярҙам кәрәк! https://bash.news/news/45092_jrk_sire_menn_auyryusy_ilan_letdinovta_yaram_krk
19 июл 2018, 00:36

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Русфонд" хәйриә фонды менән берлектәге мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Кушнаренко ауылында йәшәүсе Илһан Ғәләүетдиновта йөрәк сире. Малайға дауаланыу өсөн 250 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Беренсе синыфты тамамлаған Илһан яратҡан уйыны менән мәшғүл - лего йыя. Теремек һәм зирәк малай тәү ҡарашҡа һау-сәләмәт күренә. Һигеҙ айында атлап киткән, тиктормаҫ сабый үҫә бара тиҙ арыуға, тын етмәүенә зарлана башлай.

Филзә Ғәләүетдинова, Илһандың әсәһе: «Беренсе синыфҡа медосмотр үткән саҡта йөрәк етешһеҙлеге булыуын белеп ҡалдыҡ.»

Йөрәк кәмселеге диагнозы ғаиләгә аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә. Медицина тикшереүенән һуң Илһанға тиҙ арала операция эшләү кәрәклеге асыҡлана. Йөрәк етешһеҙлеген Республика кардиология үҙәге табибтары дауаларға әҙер. Операция квота буйынса, бушлай эшләнә. Ә бына махсус имплант- окклюдерға 259 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Өс бала тәрбиәләгән Ғәләүетдиновтар өсөн был сумманы йыйыуы ауыр. Улар биш йыл элек йорт төҙөүгә алған кредиттарын да түләүен дауам итә һәм аҡса етмәгәнлектән, мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам өмөт итә.

8 йәшлек Илһам Ғәләүетдиновтың уңыштары, маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ ҡына. Шахмат уйнарға ярата, шашка буйынса ла гел беренсе. Малай янғын һүндереүсе булырға хыяллана. Ләкин ауыр диагноз Илһанға үҫешергә ҡамасаулай - ул тиҙ арый, ҡул-аяҡтары ауырта. Окклюдер балаға яңы ғүмер бирәсәк. Ул бер генә тапҡыр ҡуйыла һәм алыштырыу талап итмәй. Тик операцияны ваҡытында эшләтеү мөһим.

Руслан Туғыҙбаев, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы: «Илһанға тиҙ арала эндоваскуляр ысул буйынса операция талап ителә. Окклюдер ярҙамында йөрәктең кәмселеге ҡаплана. Бынан һуң бала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡҡа баҫасаҡ».

Окклюдерға аҡса йыйылғас та, табиптар операция эшләргә әҙер. Илһанға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн 5542 һандарына "Дети" һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Бер смс хаҡы - 75 һум. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Автор: Лилиә Әһлиуллина

Йөрәк сире менән ауырыусы Илһан Ғәләүетдиновҡа ярҙам кәрәк!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество