Интерфест-2014

Бөгөн Өфөлә үҙ эшеңде асыу мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара Франшиз һәм бизнес бәйләнештәр фестивале асылды. «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында ойошторолған фестивалдә 500-гә яҡын эшҡыуар һәм инвестор ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә үҙ эшеңде асыу мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара Франшиз һәм бизнес бәйләнештәр фестивале асылды. ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексында ойошторолған фестивалдә 500-гә яҡын эшҡыуар һәм инвестор ҡатнаша. Улар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең уңышҡа өлгәшкән йүнселдәре менән аралаша, буласаҡ партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөй алды.

Франчайзинг системаһының бер быуатҡа яҡын тарихы бар. Беҙҙең илдә ул күптән түгел барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса белгестәр, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар ҙа был йүнәлештең киләсәге бар тип иҫәпләй. Ойоштороусылар бер сара менән генә туҡтарға йыйынмай. Киләсәктә үҙебеҙҙең милли брендтарҙы үҫтереү, уларҙың франшизаларын булдырыу ниәте менән яна.