Өфө ҡалаһында йәшәүсе Виктория Попковаға ярҙам кәрәк!

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Виктория Попковаға ярҙам кәрәк! https://bash.news/news/77641_f_alaynda_jshse_viktoriya_popkovaa_yaram_krk
31 июл 2018, 00:17

Март айында уға киҫкен миелоид лейкозы диагнозы ҡуйыла. Өс тапҡыр химия терапияһы үтә. Виктория Попкованы Израиль клиникаһы табиптары дауаларға әҙер. Ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуға ҙур күләмдә аҡса талап ителә.

Виктория Попковаға табиптар палатанан сығырға рөхсәт итмәй. Шуға ла ул әсәһенә хәлен телефон аша ғына һөйләй. Ул үҙен насар тоя. Ә ярты йыл элек көтмәгәндә ауыр сиргә тарый. Ҡыҙ башта башҡа тиҫтерҙәре кеүек әүҙем социаль тормош алып барған, лекцияларға йөрөгән. Әммә йыш һыуыҡ тейҙереп ауырыған, быуындары һәм тубыҡтары һыҙлауға зарланған. Тәүге анализларҙы 13 дауаханала тапшыралар. Терапевт лекйкоциттарҙың саманан тыш юғары булыуына иғтибар итә һәм гематологҡа консультацияға ебәрә. Пункция эшләгәндән һуң, киҫкен миелоид лейкозы диагнозы ҡуйыла.

Елена Попкова,Виктория Попкованың әсәһе: «Израиль клиникаһына эләгеү өсөн беҙгә 6 миллион ярым һум аҡса күсерергә кәрәк. Әлеге ваҡытта был сумманы йыйырға тырышабыҙ. Фатирҙы һаттыҡ, инстаграмм һәм башҡа социаль селтәрҙәргә иғландар урынаштырҙыҡ. Халыҡ ярҙам ҡулы һуҙа.»

Виктория Попкованың әсәһе ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө клиникаларға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта ҡыҙына түләүле медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн фатирын һатҡан, еңел автомобилен дә һатыуға ҡуйырға йыйына. Шулай ҙа ҡыҙын Израилдә дауалау өсөн яңғыҙының ғына хәленән килмәй.

Елена Попкова, Виктория Попкованың әсәһе: «Рәсәй институттары беҙгә ярҙам итә алмай. Израилдә дауаланыу өсөн 22 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ.»

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында Виктория Попкованы Дмитрий Рогачев институтына ебәрергә вәғәҙәләгәндәр, унда баланы аяҡҡа баҫтырыу икеле булған хәлдә берҙән-бер юл 22 миллион һумлыҡ сығым талап иткән Израиль клиникаһына ғына өмөтләнергә ҡала. Һеҙ экранда күргән иҫәпкә Виктория Попкованы һауыҡтырыуға аҡса күсерә алаһығыҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Автор: Гүзәл Борханова

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Виктория Попковаға ярҙам кәрәк!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество