Башҡортостанда 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр

Башҡортостанда 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр https://bash.news/news/78014_bashortostanda_429_jort_aldyn_m_129_parkty_tklndersktr

Башҡортостанда заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр. Был хаҡта 6 августта Республика Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

Башҡортостанда 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр
Башҡортостанда 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр

Проектта республиканың 63 муниципалитеты ҡатнаша. Төҙөкләндереү өсөн урындағылар ҙа үҙ өлөшөн индерә.Сумманың күп өлөшөн федераль бюджет үҙ өҫтөнә ала, ҡайһылыр өлөшө төбәктән бүленә һәм биш проценты -урындағыларҙан ҡабул ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында өҫтәлмә бер миллиард аҡса бүленеүе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Тейешле ҡарарҙы Рөстәм Хәмитов бирә.

Автор: Максим Окунев

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество