Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә https://bash.news/news/79293_fl_bt_rsj_ssndr_jyjyny_t/?lang=bash
28 авг 2018, 14:48

Башҡалала октябрь айында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтә. Фестивалгә һайлап алыу туры 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ойошторола. Был сара «Бөтә донъя Фольклориадаһы»на әҙерлек булып тора .

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә
Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн үҙең ижад иткән йә иһә эпик әҫәрҙе тасуири итеп башҡарылған видеояҙма яҙҙыртыр кәрәк. Видеоматериалдар конкурстың рәсми сайтында баҫыласаҡ.Бер видеояҙмала ике әҫәрҙе башҡарыу ун биш минуттан да артыҡ булырға тейеш түгел. Мотлаҡ милли костюмда сығыш яһар кәрәк.

Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Фестиваль 25 һәм 26 октябрҙә үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми төркөмөндә.

Спутник FM
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет