Республикала 12 йәшлек Альберт Фәтхуллинға донор ҡаны талап ителә

Республикала 12 йәшлек Альберт Фәтхуллинға донор ҡаны талап ителә https://bash.news/news/79301_respublikala_12_jshlek_albert_ftxullina_donor_any_talap_i
28 авг 2018, 15:50

Әбйәлил районда янғын ваҡытында 12 йәшлек малай зыян күрә. Әле ул реанимацияла ята. Үҫмерҙең хәле насар, уға даими рәүештә донор ҡаны талап ителә.

Республикала 12 йәшлек Альберт Фәтхуллинға донор ҡаны талап ителә
Республикала 12 йәшлек Альберт Фәтхуллинға донор ҡаны талап ителә

КП-Уфа хәбәр итеүенсә, бәхетһеҙ осраҡ 23 августта теркәлә. 12 йәшлек Альберт һарайҙа уйнай, әсәһе иһә өс йәшлек ҡустыһы менән өйҙә була. Ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле, янғын сыға. Һөҙөмтәлә, үҫмерҙең тәне бешә.

Әлеге ваҡытта зыян күреүсе Өфөлә реанимация бүлегендә ята. Уның кәүҙәһенең 60 процент өлөшө утҡа бешә. Альбертҡа даими рәүештә ҡан ҡойоу талап ителә, әммә донорҙар етмәй.

Әгәр ҙә һеҙ ҡан тапшырғыһыҙ килһә, Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна