Башҡалала йылытыу миҙгеле буйынса матбуғат-конференцияһы үтте

Башҡалала йылытыу миҙгеле буйынса матбуғат-конференцияһы үтте https://bash.news/news/79926_bashalala_jylytyu_migele_bujynsa_matbuatkonferenciyay_tte

Өфөлә йылытыу миҙгеле буйынса матбуғат-конференцияһы үтте. Ҡағиҙәгә ярашлы, йылытыу миҙгеле һауа температураһы һигеҙ градустан түбән төшкән осраҡта башлана.

Башҡалала йылытыу миҙгеле буйынса матбуғат-конференцияһы үтте
Башҡалала йылытыу миҙгеле буйынса матбуғат-конференцияһы үтте

Ошондай һауа температураһы биш көн дауамында һаҡланырға тейеш. Йортта йәшәүселәр хеҙмәтләндереүсе ойошма менән килешкән осраҡта, йылытыу миҙгелен алданыраҡ башлай ала. Был мәсьәлә дөйөм йорт йыйылышында хәл ителә.

Бының өсөн йортта йәшәүселәр хеҙмәтләндереүсе ойошмаға ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Учреждениеларҙа иһә йыйылыҡ етәкселәр һорауы буйынса биреләсәк. Был осраҡта һауа температураһының һигеҙ градустан түбән төшөүөн көтөргә тура килмәйәсәк.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Банер уфимская волна