Белоретта йәшәүсе алты йәшлек Дамир Ғәйфуллинға ярҙам кәрәк

Белоретта йәшәүсе алты йәшлек Дамир Ғәйфуллинға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/80016_beloretta_jshse_alty_jshlek_damir_jfullina_yaram_krk
08 сен 2018, 22:07

Йөрәк сиренән яфаланған сабыйға операция өсөн 200 мең һумдан ашыу торған окклюдер һатып алырға кәрәк. Дамирға "Русфонд" хәйриә фонды ярҙам күрһәтергә әҙер. Баланың яҙмышына битараф булмағандар ҙа был эштә булышлыҡ итә ала. Сөнки малайҙың яҡындары медицина препаратын үҙ көсө менән һатып ала алмай.

Дамир башҡа тиҫтерҙәре кеүек әлегә мәктәпкә йөрөмәй. Уҡырға, яҙырға өйрәнә, тиҙ отоп ала. Шуҡ һәм теремек. Тик сире генә хәлен ала. Урамда уйнау, хатта ҙур булмаған тауға менеү уға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Шуға күп ваҡытын өйҙә уҙғарырға тура килә.

Лилиә Ғәйфуллина, Дамирҙың әсәһе: “Тыны ҡыҫыла башлай. Аҙ ғына йүгерһә, шунда уҡ ятып тора. Әле мәктәптә әҙерлек курстары үтәбеҙ. Хәрефтәрҙе өйрәнде, уҡый ала”.

Дамирға бер йәше тулғансы уҡ йөрәк етешһеҙлеге диагнозы ҡуйылған. Кардиологтар ваҡыт үтеү менән малайҙың сәләмәтлегендәге был тайпылыш үҙенән -үҙе юғалыр, тигән өмөт биргән. Әммә йөрәктәге кәмселек шул килеш ҡалған. Киләсәктә тулы тормош менән йәшәү өсөн уға операция талап ителә. Ул бушлай булһа ла, дефектты ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән оклюдерҙы һатып алырға кәрәк.

Ринат Ғәйфуллин, Дамирҙың атаһы: “Окклюдер өсөн аҡсаны өс йыл йыйһаҡ, бәлки еткерә алырбыҙ. Тик операцияны улай һуҙырға ярамай. Шуға телевизор ҡараусыларҙың да ярҙамына өмөт итәбеҙ”.

Дамир быйыл мәктәпкә барырға тейеш булған. Әммә операция арҡаһында уҡыуҙы бер йылға кисектереп торорға тура килә. Киләсәктә ул теш табибы булырға хыяллана. Сабыйға тиҫтерҙәренән ҡалышмау өсөн тырышырға кәрәк буласаҡ. Ә уға тиклем ҙур һынау- йөрәккә операция үткәреү тора. Балаға окклюдер һатып алырға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн "ДЕТИ" һүҙен яҙып 5542 һандарына ебәрергә кәрәк. Бер СМС хәбәрҙең хаҡ 75 һум.

Июлдә беҙ шулай уҡ йөрәк етешһеҙлегенән интеккән 8 йәшлек Эльхан Ғәләүетдинов тураһында яҙма күрһәткәйнек. Балаға операция өсөн окклюдер һатып алырға аҡса йыйылған. Уның яҡындары рәхмәт белдерә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Белоретта йәшәүсе алты йәшлек Дамир Ғәйфуллинға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд