Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юныс Бикбовҡа бюст асылды

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юныс Бикбовҡа бюст асылды https://bash.news/news/80330_ejnsura_rajony_inol_auylynda_yunys_bikbova_byust_asyldy
12 сен 2018, 23:45

Ул автономия өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе була. Юныс Бикбов атаһы менән бергә Башҡорт халҡы союзы бюроһының вәкиле итеп һайлана, башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша. Яҡташтары уның исемен ҡәҙерләп һаҡлай.

Тыуған ауылы Әбүләистә Юныс Бикбов исемен йөрөткән урам бар. Хәҙер район китапхана алдын йәмләп, йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында бюст ҡуйылды.

Бюст өсөн таш Баймаҡ районы Темәс ауылынан, ә мәрмәр Әбйәлилдән алып ҡайтылған. Башҡорт хөкүмәте рәйесе тырыш, ныҡышмал, рухлы итеп һынландырылған. Шуға ла милли азатлыҡ өсөн күп көс һалған Юныс Бикбовтың таш һыны яҡташтары өсөн көтөп алынған мөһим ваҡиға. Ейәнсура район үҙәгенә ҡуйыу идеяһын тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Түләбаев күтәреп сыға.

Марат Түләбаев, тыуған яҡты өйрәнеүсе: “Юныс Бикбов тураһында Зәки Вәлиди хәтерләмәһендә уҡыным. Китапта яҡташыбыҙ грамоталы, юридик белемле, тарихты яҡшы белгән, тырыш кеше булыуы хаҡында әйтелә. Бикбовҡа бюст ҡуйып, мин ул быуын кешеләре алдында бурысымды үтәнем тип, күңелемдә ниндәйҙер тыныслыҡ тоям”.

Юныс Бикбов Ейәнсура районы Әбүләис ауылында тыуған. Яҡындары һөйләүенсә, юғары дәрәжәләр биләгән шәхес ҡатмарлы тормош юлы үтә. 1930 йылда ҡулға алына, өс йылдан азат ителә. 1937 йылда репрессиялана, 8 йылға иркенән мәхрүм ителеп Ҡарағанда ҡалаһына ебәрелә. 1943 йылда төрмәлә һәләк булған. Уның исеме ни бары 19 йылдан һуң ғына аҡлана.

Асия Бикбова, Юныс Бикбовтың туғаны: “Миңә уның ныҡышмаллығы, уңғанлығы, туған йәнле булыуы, халыҡ өсөн йәнен аямауы тураһында һөйләй торғайнылар. Халҡым янһа, мин дә янырмын. Халыҡ мине уҡытты, кеше итте, мин уларға хеҙмәт итергә бурыслымын тигән”.

Ғәҙел Бикбов, Юныс Бикбовтың туғаны: “Әбүләис ауылында уның исемен мәңгеләштереү өсөн күп саралар күрелә. Юныс Бикбов исмемен йөрөткән урам да бар. Мин ғорурланам. Уның исеме тауҙарҙағы шаңдау кеүек. Әгәр ҙә уға бюст әле ҡуйылмаһа, илле-алтмыш йылдан һуң да ҡуйылыр ине”.

Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында Юныс Бикбовтың фотоһүрәттәре, ғаиләһе тураһында мәғлүмәт ҡәҙерләп һаҡлана. Шулай уҡ республиканың йөҙ йыллығына Ейәнсуранан сыҡҡан билдәле шәхестәргә арналған күргәҙмә эшләнгән. Яңы мәғлүмәттәр табыла. Әммә музей бинаһы ғына иҫкергән. Шуға ла

Район үҙәк китапханаһына төкәтмә төкәтеү күҙаллана. Унда тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырып, район тарихы, билдәле шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт тупланасаҡ. Шулай уҡ бында балалар китпаханаһын да күсереү ҡаралған.

Айҙар Мөхәмәтйәнов, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: “Балаларҙы, киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн күп эштәр башҡарыла. Беҙҙең балалар өсөн китпахана айырым бинала урынлашҡан. Шуға ла беҙ улар бер урында бай мәғлүмәт ала алһын өсөн комплекс булдырыу ниәте менән йөрөйбөҙ”.

Яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе ейәнсуралар бурысы һанай. Йәш быуын шәхестәрен, батырҙарын белеп үҫкәндә генә тарих яҙыла, хәтер яңыртыла тип иҫәпләй улар.

Автор: Фәниә Юланова.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юныс Бикбовҡа бюст асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Материнство раскрывает таланты
Банер уфимская волна