Өфөнән ике йәшлек Арыҫлан Сәлимгәрәев тыумыштан йөрәк сиренән интегә

Өфөнән ике йәшлек Арыҫлан Сәлимгәрәев тыумыштан йөрәк сиренән интегә https://bash.news/news/81177_fnn_ike_jshlek_arylan_slimgrev_tyumyshtan_jrk_sirenn_inte
26 сен 2018, 21:47

Операция өсөн окклюдер һатып алыу талап ителә. Ғаиләнең ҙур сығымдар өсөн мөмкинлеге юҡ. Улар "Русфонд" хәйриә фондына мөрәжәғәт итә. Баланы һауыҡтырыуға беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ.

Ике йәшлек Арыҫлан Өфөлә йәшәй. Тиҫтерҙәре кеүек уйнарға ярата. Айырыуса табип булып. Тик үҙенең сәләмәтлеге генә шәптән түгел. Бер айлыҡ сағында унда йөрәк сире асыҡлана. Малайҙың йөрәгендә кәмселек табыла. Арыҫлан ике йыл дауамында кардиологта күҙәтелә. Даими рәүештә дауалана. Әлеге ваҡытта уның йөрәгенә операция яһау кисектергеһеҙ. Сөнки һуңғы ваҡытта сир киҫкенләшкән, малайҙы операция ғына ҡотҡарасаҡ.

Алена Сәлимгәрәева, Арыҫлан Сәлимгәрәевтың әсәһе: “Операция бушлай. Әммә окклюдер бик ҡиммәт. 259 мең 315 һум тора. Уның ярҙамында балабыҙ һауығып китә алыр ине, окклюдерҙы артерия аша индерәсәктәр. Ул уйымды ҡаплаясаҡ”.

Арыҫлан башҡа тиҫтерҙәре кеүек балалар баҡсаһына йөрөмәй. Туйғансы һикерә лә, рәхәтләнеп йүгерә лә алмай. Арыҫландың тиҙерәк һауығып, дуҫтары менән бергә баҡсаға йөрөгөһө һәм физик яҡтан сәләмәт булғыһы килә.

Республика кардиология диспансерындағы һуңғы тикшеренеүҙәр малайҙың сәләмәтлеге киҫкенләшеүен күрһәткән. Арыҫланға эндоваскуляр операция ғына ярҙам итәсәк. Табиптар йөрәктең хәүеф тыуҙырған өлөшөн махсус имплант-окклюдер менән ҡаплаясаҡ. Ул ҡан тамыры аша катетер ярҙамында урынлаштырыласаҡ. Бындай операция барышында күкрәк ситлеге киҫелмәй. Тик Сәлимгәрәевтарҙың окклюдер һатып алыу өсөн мөмкинлеге юҡ. Ғаиләлә ике бала, аталары ғына эшләй. Әсә кеше улын тәрбиәләп, өйҙә ултырырға мәжбүр.

Алена Сәлимгәрәева, Арыҫлан Сәлимгәрәевтың әсәһе: “Мәрхәмәтле кешеләр улыма һау-сәләмәт бала булырға ярҙам итер, тип ышанам һәм окклюдер һатып алырға ярҙам итеүҙәрен һорайым”.

Арыҫлан Сәлимгәрәевҡа беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Уның өсөн 5542 һандарына "ДЕТИ" һүҙен латин йә кириллица хәрефтәре менән йыйып СМС хәбәр ебәрергә. Бер СМС хаҡы 75 һум. Һеҙ уны теләгән хәтлем ебәрә алаһығыҙ, мобиль оператор үтенесе буйынса аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға ғына кәрәк. Шулай уҡ Русфонд.ру Башкортостан сайтына инеп, адреслы ярҙам да күрһәтергә була. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм "Русфонд" хәйриә фондының берлектәге проекты сентябрь башында йөрәк ауырыуынан интеккән алты йәшлек Дамир Ғарифуллинға эндоваскуляр операцияға окклюдер һатып алыу өсөн 259 315 һум күләмендә аҡса йыйырға ярҙам итте. Баланың яҡындары ярҙам ҡулы һуҙған тамашасыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнән ике йәшлек Арыҫлан Сәлимгәрәев тыумыштан йөрәк сиренән интегә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд