Өфөлә йәшәүсе игеҙәк малайҙар Тимофей менән Матвей Вислогузовтарға ярҙам кәрәк

Өфөлә йәшәүсе игеҙәк малайҙар Тимофей менән Матвей Вислогузовтарға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/81636_fl_jshse_igek_malajar_timofej_menn_matvej_visloguzovtara_
03 окт 2018, 23:46

Ваҡытынан алда етлекмәй тыуған балаларҙа - церебраль фалиж. Сәләмәтлектәрен яҡшыртыр өсөн игеҙәктәр сираттағы дауалау курсын үтергә тейеш. Әммә бының өсөн 169 мең 600 һум аҡса талап ителә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

4 йәшлек Матвей игеҙәк һыңарының аяҡтары нығынып, тиҙерәк йүгереп китеүен теләй. Шуға ла көн һайын иртән яратҡан табип уйынын уйнай. Әммә Тимофей әсәһе ҡулында һаман да уны ситтән генә күҙәтеүен дауам итә. Сөнки үҙаллы ултыра ла, йөрөй ҙә алмай, шулай ҙа яңыраҡ шыуыша башлаған, ике һүҙ әйтергә өйрәнгән.

Вислогузовтарҙың йортонда көн дә концерт. Матвей уйынсыҡ гитарала уйнап, йырлап-бейергә оҫта. Туғыҙ айында балалар церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған тип әйтмәҫһең дә. Бер нисә операция, даими дауалау курстары сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итеп, малайҙы тома һуҡырлыҡтан һаҡлап ҡала.

Күптән түгел Матвей балалар баҡсаһына йөрөй башлаған. Ата-әсәһе көн һайын уның яңынан-яңы һәләттәрен аса. Шулай ҙа баланың күҙҙәренә тағы ла дауалау талап ителә. Игеҙәктең һыңары - Тимофейға ла ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтмәү, хәлде тағы ла киҫкенләштереүе ихтимал.

Юлиә Вислогузова, Тимофей менән Матвейҙың әсәһе: “Матвей үҙаллылыҡҡа өйрәнде. Бер үҙе уйнай ҙа, йырлай ҙа, шиғыр ятлап маташа. Тимофей төндә матурлап йоҡламай. Ун тапҡыр уяна. Ауырталыр, моғайын. Гел ҡулда ғына йөрөй. Эргәһенән саҡ ҡына китһәң, илай башлай”.

Йәш ғаилә игеҙәк балаларының һаулығы өсөн борсола. Шунлыҡтан бәләкәстәрҙе йылына бер нисә тапҡыр республика, сит ил дауаханаларына махсус курстарға йөрөтә. Әммә өс бала ата-әсәһенең сираттағы дауалауға 169 мең 600 һум аҡса түләрлек мөмкинлеге юҡ. Шунлыҡтан Вислогузовтар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Бының өсөн 3434 һандарына ФЕЯ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә йәшәүсе игеҙәк малайҙар Тимофей менән Матвей Вислогузовтарға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество