16 йәшлек Максим Смага мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙамына мохтаж

16 йәшлек Максим Смага мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙамына мохтаж https://bash.news/news/82876_16_jshlek_maksim_smaga_mrxmtle_keshelrn_yaramyna_moxtazh
24 окт 2018, 23:28

Үҫмерҙең тәне янған. Ауыртыуҙы, һыҙланыуҙарҙы баҫыу һәм тиҙерәк һауығыу өсөн тәғәйенләнгән махсус май бик ҡиммәтле. Балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән әсә ҡиммәт хаҡҡа дарыуҙар һатып ала алмай. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Максим ай дауамында 3 операция үткәргән. Улар бөтәһе лә дөйөм наркоз менән башҡарылған. Һуңынан ике тапҡыр дөйөм наркоз аҫтында яраны бәйләгәндәр. Үҫмер янып торған плитәгә бик яҡын килгән һәм уны баштан-аяҡ ут ялмап алған.

Наталья Смага, Максимдың әсәһе: “Улым кейменә ҡапыл ут тоҡаныу арҡаһында тәрән яралар алды. Хатта ҡултыҡ аҫты ла янған. Операция ярҙамында муйынына, күкрәк ситлегенә һәм ҡултыҡ аҫтына тире күсереп ултырттылар”.

16 йәшлек Максим фалиждан яфалана. Наталья Смага улын яңғыҙы тәрбиәләй, эшкә йөрөй алмай. Балаһын бағып өйҙә ултырырға мәжбүр. Янғын һөҙөмтәһендә алған тәрән яралар үҫмерҙе һыҙландыра. Яралар тиҙерәк уңалһын өсөн ҡиммәтле дарыуҙар һатып алырға кәрәк. Максимды реабилитациялауға ай һайын 25 меңдән ашыу аҡса кәрәк. Йыл буйына дауаланыу өсөн өс йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаны Наталья Смага яңғыҙы ғына йыя алмай.

Максимға - һәр кемебеҙ ярҙам итә ала. Уның һауығыуына, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуына битараф булмаған тамашасылар экрандағы сбербанк картаһындағы махсус иҫәпкә аҡса күсерә ала. Үҫмергә оҙайлы операциялар ҙа үткәрәһе бар, был ваҡытҡа уның организмы нығынынһын өсөн ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам көтә.

Автор: Гүзәл Борханова.

16 йәшлек Максим Смага мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙамына мохтаж

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа