Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә йомғаҡ яһалды

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/83032_fl_bt_rsj_ssndr_festivalen_joma_yaaldy/?lang=bash
27 окт 2018, 20:52

Ике көн дауамында барған бәйгелә донъяның төрлө тарафтарынан килгән 50-нән ашыу һүҙ оҫтаһы ҡатнашты. Сәхнәлә улар нәфис һүҙ оҫталығында көс һынашты. Тамаша Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында ҙур концерт менән тамамланды. Баһалама ағзаларының ҡарары менән Сәсәндәр бәйгеһенең еңеүсеһе тип Мәүлит Ямалетдинов танылды.

Борон-борондан халҡыбыҙ сәсәндәре менән дан тотҡан. Улар ҡобайырҙары менән яу күтәргән, дошмандарҙы яраштырған, халыҡтың рухи мираҫын таратҡан. Сәсәнлектең әлеге көнгә килеп етеүе һәм ошондай байрамдарҙың үткәрелеүе яҡшы күренеш. Беренсенән, беҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙһәк, икенсенән, сара 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора.

Артур Әлибәков, фестиваль директоры, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры: “Был беҙҙең ҙур сараларҙың береһе. 5 Рәсәй төбәгенән һәи ике сит илдән 50-нән ашыу ҡатнашыусы килде”.

Халыҡ ижадын пропогандалаған проект тулыһынса үҙ маҡсатына иреште, тип әйтергә була. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ биҙәүес әйберҙәренән бай күргәҙмә ойошторолдо һәм бөйөк сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтша Буранғоловтың юбилейына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ла уҙғарылды.

Сәсәндәр бәйгеһендә йәштәр менән бергә билдәлелек яулаған ижадсылар ҙа бар. Был быуындар күсәгилешлеге тураһында һөйләй.

Мәүлит Ямалетдинов, Гран-при яулаусы: “Сәсәндәр фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнашам. Тәүгеһендә дипломант булдым. Ике авторлыҡ эпосымды килтерҙем. Улар “Көлтегин” һәм “Һуңғы һартай“.

Сара сәсәнлекте тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур роль уйнауын билдәләй, белгестәр. Бөтә Рәсәй сәсәндәр һәм аҡындар фестивале баш ҡалабыҙҙа ҙур, матур байрамға әйләнде.

Авторҙар: Фәниә Юланова һәм Заһит Ғүмәров.

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет