Синоптиктар буран сығыуы тураһында иҫкәртә

Синоптиктар буран сығыуы тураһында иҫкәртә https://bash.news/news/84685_sinoptiktar_buran_syyuy_turaynda_ikrt
22 ноя 2018, 13:55

Башгидрометүҙәк белгестәре буран сығыуы һәм ҡар яуыуы тураһында иҫкәртә. Иртәгә, 23 ноябрҙә, республикала ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Синоптиктар буран сығыуы тураһында иҫкәртә
Синоптиктар буран сығыуы тураһында иҫкәртә

Көндөҙ ҡар яуасаҡ, төндә иһә урыны менән көсәйәсәк. Республиканың ҡайһы бер райондарында буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә ун градус һалҡын, көньяҡ райондарҙа 18 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ ун ике градус һалҡын.

«Алдағы ике көндә ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы мөмкин», - тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа