Республика урмандарында «Шыршы-2018» операцияһы башланды

Республика урмандарында «Шыршы-2018» операцияһы башланды https://bash.news/news/84686_respublika_urmandarynda_shyrshy2018_operaciyay_bashlandy
22 ноя 2018, 18:00

Яңы йыл байрамы етеп килеү сәбәпле, ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу эше ныҡлы контролгә алынды. 19 ноябрҙән алып 31 декабргә тиклем республика биләмәһендә профилактик сара үтә.

Республика урмандарында «Шыршы-2018» операцияһы башланды
Республика урмандарында «Шыршы-2018» операцияһы башланды

Махсус операция барышында, законһыҙ рәүештә ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға юл ҡуймау маҡсатында, урмандарҙа патруль ойошторола. Шулай уҡ, шыршылар ташыған транспорт саралары тикшереләсәк. Был маҡсатта стационар постар эшләй.

Үҙ аллы ылыҫлы ағасты ҡырҡҡан осраҡта, штраф ҡарала. Штрафтар тыш, браконьер зыян күләмен ҡапларға тейеш. Законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡанда автотранспорт саралары йә иһә башҡа техника төрҙәре ҡулланылғанда, штраф күләме арта.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество