Республикала йыл башынан алып алты өс игеҙ бала донъяға килә

Республикала йыл башынан алып алты өс игеҙ бала донъяға килә https://bash.news/news/84689_respublikala_jyl_bashynan_alyp_alty_s_ige_bala_donyaa_kil
22 ноя 2018, 15:07

Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә 40 075 сабый донъяға килгән. Уларҙың араһында алты өс игеҙ бала бар. Был турала республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Республикала йыл башынан алып алты өс игеҙ бала донъяға килә
Республикала йыл башынан алып алты өс игеҙ бала донъяға килә

Ике өс игеҙ бала Салауат ҡалаһында, шулай уҡ, Ишембай, Благовещен райондарында һәм Нефтекамала донъяға килә.Унынсы ноябрҙә Белорет районында Игорь менән Фәнзилә Тимербаевтар ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ бала тыуа. Сабыйҙарға Рэмир, Эмир һәм Эзабель тигән исем бирәләр.Ғаиләлә тағы ла һигеҙ йәшлек Юльян менән туғыҙ йәшлек Вилиан исемле малайҙар үҫә.

Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йылда Башҡортостанда 389 игеҙәк бала һәм өс пар өс игеҙ сабый тыуа.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа