Бюджеттағы дефицит былтыр экономияланған аҡсалар иҫәбенә ҡапланасаҡ

Бюджеттағы дефицит былтыр экономияланған аҡсалар иҫәбенә ҡапланасаҡ https://bash.news/news/84710_byudzhettay_deficit_byltyr_ekonomiyalanan_asalar_iben_aplanasa
22 ноя 2018, 21:36

Алдағы йылдың төп финанс документы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 3-сө пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Башҡортостандың киләһе йылға бюджеты 20 миллиард һум дефицитлы буласаҡ. Сығымдар 192 миллиард һум, ә килемдәр 172 миллиард һум күләмендә көтөлә. Ҡаҙнаның өстән ике өлөшө социаль әһәмиәтле сығымдарға йүнәлтеләсәк.

Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 74 миллиард һум бүленәсәк. Хеҙмәт хаҡына 90 миллиард һум тотонолһа, торлаҡ-коммуналь хужалығына дүрт миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Ауыл хужалығына 6 миллиард тирәһе сығымдар көтөлә. Дефицитлы бюджетты федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашып тулыландырыу күҙаллана.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Социаль яҡтан бюджеттың байтаҡ ыңғай яҡтары бар: беренсенән мәғариф системаһын тергеҙеүгә, социаль блокты үҫтерергә, икенсенән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәткә лә ярҙам кәрәк. Беҙҙең дефицит алдан йыйылған ресурстар иҫәбенән ҡапланасаҡ”.

Әйткәндәй, ултырыштың көн тәртибенә сығарылған утыҙ закон проектының күпселеге лә социаль өлкәне яҡлауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, республикала күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итеү тураһындағы документ та тәүге уҡыуҙы үтте.

Рида Собханғолова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе: “Бастат мәғлүмәте буйынса, Республикабыҙҙа бындай ғаиләләр 46 мең. Автомобилдәре 150 ат көсөнән әҙерәк булһа, транспорт һалымынан азат ителәсәк”.

Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы ҡануниәт тә камиллаштырыласаҡ. Бынан тыш, уларҙы тәрбиәгә йәки уллыҡҡа алған ваҡытта бер тапҡыр бирелә торған пособие биреү вәкәләттәрен урындағы үҙидара органдарына тапшырыу ҙа күҙаллана.

Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Күп балалы ғаиләләр өсөн байтаҡ закондар ҡаралды. Һигеҙҙән артыҡ бала үҫтергән ғаиләләргә шунда уҡ 600 мең һум бирелә. Бөгөн ҡаралған закон бер тауыштан хупланды”.

Төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп алданыусылар мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Халыҡ һайланыусылары уларға бушлай юрист консультацияһы ойоштороу тураһында ҡануниәт әҙерләй. Был иһә республикала үтә киҫкенләшкән мәсьәләне хәл итеүгә тағы бер аҙым.

Автор: Айнур Кәбиров.

Бюджеттағы дефицит былтыр экономияланған аҡсалар иҫәбенә ҡапланасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд