Хеҙмәттәшлек нығый

Хеҙмәттәшлек нығый https://bash.news/news/84711_xemttshlek_nyyj
22 ноя 2018, 21:39

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараларҙа Ҡаҙағстан делегацияһы ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән Ҡаҙағстандың Ҡазандағы генераль консулы Еркин Тукумов менән осрашыу барышында килешелде.

Рәсми әңгәмәлә ике аралағы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу юлдары барланды. Ҡаҙағстан вәкилдәре Башҡортостанға ике көнлөк сәфәр менән килгән. Делегация составында дипломаттарҙан тыш, илдең сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары ла бар. Маҡсат Башҡортостан менән яҡындан танышыу һәм ҡәрҙәш республикала эшлекле партнерҙар табыу ти, Ҡаҙағстандың Ҡазандағы генераль консулы Еркин Тукумов.

Еркин Тукумов, Ҡаҙағстандың Ҡазандағы генераль консулы: “Ике аралағы 400 миллион долларлыҡ тауар әйләнеше әйләнеше күрһәткестәре менән беҙ бөтөнләй ҡәнәғәт түгелбеҙ. Рөстәм Мәрҙәнов шундай уҡ фекерҙә. Беҙгә бөтә өлкәләрҙә лә бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса уртаҡ юл картаһы әҙерләү буйынса ла уйлашырға ниәтәләбеҙ. Киләһе йыл Башҡортостан 100 йыллығын билдәләй. Ҡаҙағстан делегацияһы булараҡ барлыҡ рәсми сараларҙа ҡатнашырға теләгебеҙ ҙур”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Хеҙмәттәшлек нығый

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд