Ағиҙел йылғаһы буйы карьер

Ағиҙел йылғаһы буйы карьер https://bash.news/news/84713_aiel_jylay_bujy_karer
22 ноя 2018, 21:49

Мәләүез районы Беренсе май ауылы биләмәһендә йәшәүселәр урында ҡом, ҡырсынташ ҡаҙыу эштәре рөхсәтһеҙ алып барыла, ер байлығы ҡырағай рәүештә юҡ ителә тигән ҡарашта. Тәртипһеҙ рәүештә эшкәртелгән карьерҙарҙы "Ғәҙел Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе вәкилдәре лә ҡарап сыҡты. Халыҡ менән осрашыуҙың һөҙөмтәһе ниндәй?!

Элек бәшмәк үҫкән, еләк бешкән биләмә урынында ҡара ҡом ғына. Йөк машиналары, грейдер, ғөмүмән, ҡеүәтле техника эҙҙәре ергә уйылып ҡалған. Ҡар яуғас, бында ҡаҙыу эштәре туҡтатылған, әммә халыҡтың күңеле тыныс түгел. Мәләүез районы Беренсе май ауылы биләмәһендә йәшәүселәр "Ғәҙел Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашып, ҡырағай хәлдә ҡалдырылған карьерҙар менән таныштырҙы.

Зөлфиә Булатова, Беренсе май ауылында йәшәүсе: “Беҙҙең Беренсе май ауылы биләмәһендә Ағиҙел йылғаһы янында бындай карьерҙар тағы дүртәү. Еләк, бәшмәк йыйған, мал көткән урындарҙы йәмһеҙләп ҡалдырҙылар. Дүрт йыл буйы яҙабыҙ, әйтәбеҙ төрлө инстанцияларға, әммә бер кем дә бер ниндәй сара күрмәй”.

Билдәле булыуынса, Миньковка һәм Самойловка ауылдары эргәһендәге карьер район ҡарамағында, әммә ҡарауылы булмағас, урлашалар. Халыҡ үҙе үк бурҙарҙы тотҡаны булған, полицияға ла мөрәжәғәт итәләр, штрафын да һалдырталар - әммә килем артынан ҡыуыусыларҙы был ғына туҡтатмай. Хатта, "Көнгәк" заказнигына ла трактор төшә. Ҡомон да, ташын да ҡаҙып алып китәләр.

Сираттағы туҡталыш — Беренсе май ауылы янында булды. Бында эш ҡыҙыу бара, ҡеүәтле техника тауышы көн әйләнәһенә тынмай тиерлек. Биләмә һуғыш яланын хәтерләтә, бер нисә гектар майҙанда уба урындар хасил булған. Билдәле булыуынса, әле урында "Башкиравтодор" предприятиеһы ҡаҙыу эштәре алып бара. Мәләүез юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәкселеге менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ.

Радик Ишмөхәмәтов, Мәләүез юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе: “Рөхсәт алынған. Йылдан-йыл беҙ унан гравий етештерәбеҙ. Карьерҙа башҡа ойошмалар ҙа эшләгән, ул ваҡытта тәртип булмаған. Беҙ ипле эш итәбеҙ”.

"Ғәҙел Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе вәкилдәре Беренсе май ауылы биләмәһенә ҡараған карьерҙарҙың барыһын да урап сыҡты. Халыҡ билдәләүенсә, күбеһендә ҡаҙыу эштәре башҡарыуға лицензия бирелмәгән. Ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр көпә-көндөҙ талана тип борсола улар.

Юрий Игнатьев, Дәүләт Йыйылышы-ҠоролтаЙ депутаты, "Ғәҙел Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе рәйесе: “Биләмәлә ҡом, ҡырсынташ вәхшиҙәрсә ҡаҙыла. Карьерҙар буйлап йөрөгәндә, ат өйөрҙәрен дә күрҙек, бындай шарттарҙа улар утлай алмай. Яҡында ғына йылға, ауылдар. Тәбиғәт ресурсына ошолай һөжүм итһәләр бер нимәһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ бар. Беҙ халыҡтың һорауын ентекле өйрәнеп яуаплы инстанцияларға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ”.

Тәү сиратта, партия вәкилдәре ауыл биләмәһе башлығы Михаил Мавринға юлланды. Карьерҙарҙа барған тәртипһеҙ күренешкә бәйле ул да аңлатма бирҙе. Билдәле булыуынса, улар араһында район һәм ауыл биләмәһе ҡарамағында булғандары ла бар.

Михаил Маврин, Беренсе май ауылы биләмәһе башлығы: “Урлашалар. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған осраҡтар ҙа булды. Штрафтар ҙа һалына. Хәҙер бит һәр кемдең техникаһы бар, киләләр ҙә, тиҙ генә тейәйҙәр ҙә китәләр. Әлбиттә, закон буйынса беҙ унда һаҡ ҡуйырға тейешбеҙ. Әммә мөмкинлек кенә юҡ. Еңел аҡса артынан ҡыуыусылар күп, был ҙур проблема”.

Беренсе май ауылы биләмәһе халҡы "Ғәҙел Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарын да еткерҙе. Ер мәсьәләһе, эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығына бәйле мөрәжәғәттәр булды.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ағиҙел йылғаһы буйы карьер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество