Юғары суд Вера Фойкинаны үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы

Юғары суд Вера Фойкинаны үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы https://bash.news/news/84714_yuary_sud_vera_fojkinany_ltereseg_arata_enjt_eshe_araryn_greshe_aldyry
22 ноя 2018, 21:52

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Руслан Сәйәхов үҙенең синыфташы Вера Фойкинаны үлемесле яралай һәм кәүҙәһен сумкаға һалып Шишмә районына алып барып яндыра, һуңынан биш йыл буйына полициянан ҡасып Һиндостанда йәшәй. Енәйәт ҡылыусы Өфөнөң Совет районы суды тарафынан 2018 йылдың 31 авгусында 12 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Бөгөн Юғары суд Руслан Сәйәховтың Совет районы судының хөкөм ҡарарын еңеләйтеү хаҡында аппеляцияһын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

Ябыҡ суд ултырышында зыян күреүсе яҡтың туғандары ла ҡатнашты. Улар юғары судтың ҡарары нигеҙле һәм дөрөҫ тигән фекер яҡлы.

Александр Фойкин, Вера Фойкинаның атаһы: “Юғары судтың Совет районы суды ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырыуына ҡәнәғәтмен. Был ҡарар дөрөҫ һәм ғәҙел.”

Әммә ғәйепләнеүсене яҡлаусы адвокат суд ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул хөкөм ҡарарын йомшартыу өсөн артабан да көрәшәсәге хаҡында белдерҙе.

Шамил Вәлиев, Руслан Сәйәховтың адвокаты: “Минең яҡланыусым үҙ ғүмерендә тәүгә енәйәт ҡылған. Беҙҙең ялыуҙы юғары суд үҙәрешһеҙ ҡалдырҙы. Беҙ артабан Рәсәй Юғары судына дәғүә яҙасаҡбыҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Юғары суд Вера Фойкинаны үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд