Шәмбе төндә һауа температураһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал

Шәмбе төндә һауа температураһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал https://bash.news/news/84715_shmbe_tnd_aua_temperaturay_25_gradusa_tiklem_tbnjee_ixtimal
22 ноя 2018, 21:55

Әммә сатлама һыуыҡ ваҡытлыса ғына. Алдағы көндәрҙә көндөҙ башлыса -5, -12, төндә -18 градусҡа тиклем һалҡын булыр тип көтөлә.

Синоптиктар шулай уҡ һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын билдәләй, ҡайһы бер райондарҙа көслө ҡар яуасаҡ. Юлдарға көрт һалыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе: “Алдағы өс көндә һауа торошон күберәк циклондар билдәләй. Көслө ҡар киләһе төн көтөлә. 24 ноябрҙә һауа температураһы урыны менән 20-25 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 5-10 градус һалҡын булыр тип күҙаллана”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Шәмбе төндә һауа температураһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество