Бөгөн Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәш әсәләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо

Бөгөн Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәш әсәләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо https://bash.news/news/84716_bgn_f_mshllek_gend_jsh_slr_sn_vakansiyalar_jrminke_ojoshtoroldo
22 ноя 2018, 22:01

Квартал һайын үткәрелгән сарала мәғариф учреждениелары, сауҙа, туристик ойошма вәкилдәре гүзәл заттарға эш тәҡдим итте. Был өлкәлә башлыса бухгалтерҙар һәм тәрбиәселәр кәрәк. Ошонда уҡ теләге булған һәр кем профориентация буйынса тест та үтте.

Әйткәндәй, һөнәрен алмаштырырға теләүселәр йәшәгән урыны буйынса мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороп, унан йүнәлтмә менән уҡырға бара ала. Махсус курстарҙа ашнаҡсы, визажист, парикмахер, лифтер, маляр кеүек һөнәрҙәрҙе бушлай үҙләштерергә мөмкин.

Диләрә Әбүзәрова, Өфөнөң 258-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: “Балалар баҡсаһына дүрт тәрбиәсе кәрәк. Педагогик белем булырға тейеш. Ошондай йәрминкәләр вакансиялары ойоштороу бик яҡшы”.

Әлиә Өфөлә, йәшәүсе: “Йәрминкәләр вакансияһында эш эҙләйем. Балам бар, балалар баҡсаһына йөрөй”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәш әсәләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд