Етем балалар юҡ

Етем балалар юҡ https://bash.news/news/84717_etem_balalar_yu
22 ноя 2018, 22:03

Балтас районында Өфөнән Ғиндуллиндар ғаиләһе ойошторған хәйриә концерты шулай тип аталды. Тамашаны ҡарарға Иҫке Балтас һәм Тәтешле балалар приюттары тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Изгелек Ғиндуллиндар өсөн ғаилә девизына әйләнгән. Улар Өфөлә генә түгел, республика райондарында мәрхәмәтлек саралары ойоштора.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға уйынсыҡтар, кейем- һалым йыйып тапшыра. Хәйриә эштәренә күңел һалған ғаилә Балтас районына ла йыш килә. Улар урындағы балалар һәм үҫмерҙәр приюты тәрбиәләнеүселәрен шефлыҡҡа алған.

Изге эшкә Ғиндуллиндарҙың дуҫтары, таныштары ла ҡушылған. Был юлы ла балаларға төрлө бүләктәр таратылды. Һуңынан урындағы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Балтас һәм Тәтешле балалары өсөн ҙур тамаша ҡуйылды. Уны лә хәйриә эшен яратыусылар үҙ көсө менән ойошторҙо. Ә сираттағы концерттарын улар 25 ноябрҙә - Әсәләр көнөнә ҡарата, Өфөлә үткәрергә ниәтләй.

Етем балалар юҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество