Мәктәптә финанс дәресе

Мәктәптә финанс дәресе https://bash.news/news/84718_mktpt_finans_drese
22 ноя 2018, 22:06

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары хәҙер аҡса менән дөрөҫ ҡуллана белә. Рәсәйҙең Милли банкы төбәк бүлексәһе белгестәре 7-11 синыфтарҙа белем алыусылар өсөн финанстарға бәйле уйын ойошторҙо. Уның сиктәрендә үҫмерҙәр маҡсаттарҙы дөрөҫ ҡуйырға, йыйылған аҡсаны инвестицияларға өйрәнде.

Шулай уҡ мутлашыуҙарға тарымаҫҡа тигән һорауға яуап тапты. "Финанс грамоталыҡ" аҙналығы сиктәрендә банк хеҙмәткәрҙәре мәғариф учреждениеларында лекциялар менән дә даими сығыш яһай. Белем усаҡтарында кредит менән хәүефһеҙ эш итеү, финанс баҙар, биржа һәм башҡа темаларға асыҡ дәрестәр үтә.

Рәсимә Вәйесова, Рәсәйҙең милли банкы төбәк бүлексәһенең иҡтисад бүлеге етәксеһе: “Уйын маҡсаты – дөрөҫ финанс ҡарар ҡабул итә белергә өйрәнеү. Мәктәп уҡыусылары уйын аша финанс баҙары менән таныша”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мәктәптә финанс дәресе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд