Матурлыҡтың милләте юҡ

Матурлыҡтың милләте юҡ https://bash.news/news/84719_maturlyty_millte_yu
22 ноя 2018, 22:10

Өфөлә 27 ноябрҙә төрлө милләт ҡыҙҙары араһында гүзәллек бәйгеһе үтә. Бөгөн конкурстың финалына үткән 12 һылыуҡай матбуғат конференцияһына йыйылды. Улар араһында Африка, Һиндостан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Грузия һәм башҡа ил вәкилдәре бар.

Конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар сағыу милли костюмдарҙа үҙ халҡының тарихы менән таныштырҙы, ҡунаҡтарға үҙҙәре әҙерләгән милли ризыҡтарҙы тәҡдим итте.

Гөлнара Вәлиева, "Mисс интернэшнл – Өфө" конкурсы финалисы: “Миңә ауырыраҡ тура киләсәк, сөнки күп этник ҡыҙҙар ҡатнаша. Башҡортостанды бер үҙем күрһәткәс, яуаплылығым ҙур”.

Бындай үҙенсәлекле конкурс республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бәйгелә ҡатнашыусылар матурлыҡ буйынса ғына түгел, ә ижади һәләттәре буйынса баһаланасаҡ. Призлы урын яулаусылар сит илгә сәйәхәт һәм еңеүсе алтын биҙәүес менән бүләкләнәсәк.

Азалия Дилмөхәмәтова, "Mисс интернэшнл – Өфө" конкурсы продюсеры: “Идея бик оҡшаны, сөнки Башҡортостанда төрлө миләттәр берләштергән йәштәр майҙансығы юҡ. Был конкурс тап ошондай сара булыр тип ышанабыҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Матурлыҡтың милләте юҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд