Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында премьера

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында премьера https://bash.news/news/84725_arylan_mbrkov_isemendge_sibaj_bashort_dlt_drama_teatrynda_premera
22 ноя 2018, 22:22

Мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың "Тере тупраҡ" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль йәнә театр сәхнәһендә. Был ижади эш күренекле шәхестең тыуыуына - 90, Башкортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды.

Сәхнә артында тормош гөрләй, кемдер ролдең мөһим деталдәрен барлай, тауыш ултырта, икенселәр ташасылар алдына сығасак сәхнә костюмдарын кейеп карай. Спектакль башланырға бер нисә минут.

Пьеса бик күләмле , 57 биттән тора, шуға күрә спектаклдең режиссеры Азат Нәҙерғоловка унан ике сәғәтлек сәхнә әсәрен әҙерләргә тура килгән. Тамашаға бик күп артистар көсө - 31 актер йәлеп ителгән. Спектакль фольклор элементтары, хореография алымдары, костюмдар яғынан отошло булыуы менән айырылып тора.

Әҫәрҙә ер-һыу, тере тупраҡта донья тарихы,тыуған илең һинә ер биргән, тыуған халкың һиңә тел биргән тигәнерәк фекерҙәр йыш яңғырай.

Тамаша костюмдар, сәхнәләге трюктар яғынан да беҙҙең тормошобоҙға күп яңылык индерә. Һәр бер актерға махсус аяк кейеме, реконструкцияланған костюмдар тегелгән. Уны әҙерләгән белгестәр ошоға тиклем үҙҙәрен башҡорт киноһы өлкәһендә лә һынаған. Шуның менән режиссер ҙа яңы исемдәр аса.

Башҡорт ере, тыуған төйәк темаһы һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай. Пьеса 80 се йылдарҙа яҙылған, унда барған ваҡиғалар 16-сы быуатҡа тура килә, күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Әйтергә кәрәк, был әҫәр Сибай театрында икенсе тапғыр ғуйыла.

Дамир Ғәлимов, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе: 1982 йыл Ишмулла Дилмөхәмәтов үҙе был театрға килеп пьессаһын уҡыны һәм тәҡдим итте. Сөнки үҙе 30-сы йылдарҙа бында ҡурайсы булып эш башланы”.

Тере тарихты сағылдырған, тамашасыларҙа рухты уятҡан ошондай спектаклдәр һәр театрҙың репертуарында булырға тейеш, ти белгестәр. Сибайҙа ике көн дауамында аншлаг менән барған премьера оҙаҡламай республиканың көньяк райондарына сығасаҡ.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында премьера

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество