Финанс баҙары тәжрибәһеҙҙәрҙе ҡабул итмәй

Финанс баҙары тәжрибәһеҙҙәрҙе ҡабул итмәй https://bash.news/news/84733_finans_baary_tzhribere_abul_itmj
22 ноя 2018, 23:13

Өфөлә йәшәүсе ханым брокерҙар хеҙмәте консультацияһы өсөн 300 мең һум аҡса түләй. Килешеү буйынса, был сумма көндән-көн артырға тейеш була, әммә ысынбарлыҡта киреһенсә, бурыс йыйыла. Бер нисә көн эсендә ул 800 мең һум аҡсаһын юғалта.

Белорет районынан баш ҡалаға күсеп килгән ханым финанс донъяһында аҙашҡан. Әле ул полиция хеҙмәткәрҙәренә зыян күреүсе булараҡ ғариза тултыра. Күҙ асып йомған арала интернетта ябай эш эҙләгән ҡатын эшкә урынлашыр урынға 800 мең һум кредитҡа инә. Интернетта доллар һәм евро валюталарын һатыусы булып китер өсөн консультация һәм бер аҙналыҡ уҡыуҙар шулай ҡиммәт килеп сыға.

Гөлназ, зыян күреүсе: “Уҡыуға йөрөй башланым, донъя финанс баҙары тураһында һөйләнеләр. Тегеләй-былай. Аҡса эшләр өсөн иҫәп ас тинеләр, астым да, өйгә ҡайтып ҡараһам, бер тин дә юҡ ине”.

Консультация үтеп, иҫәпкә аҡса күсерергә КИНС МИЛТОН брокер фирмаһы ярҙам итә. Бында бер ҡайҙа ла эш урынында теркәлмәгән ҡатынға ҙур сумманы кредитҡа алыр өсөн банк менән бәйләнешкә инергә булышлыҡ итәләр. Банкҡа еңел автомобилдә барыуҙы, оҙатып ҡуйыуҙы үҙ өҫтәренә алалар.

"КИНС МИЛТОН" компанияһы вәкилдәре иһә беҙ донъя финанс баҙары ҡағиҙәләре буйынса консультация ғына бирәбеҙ һәм клиенттарҙы аҡсаһыҙ ҡалыу хәүефе тураһында алдан иҫкәртеп эшләйбеҙ тип аңлата.

Владимир, "Кинс милтон" менеджеры: “Биржевая торговля сопряжена не только с высоким доходом, но и с высоким риском. По этому те знания которые мы можем предоставить в форме платных консультаций имеют определенный прайс”.

Еңел юл менән аҡса эшләргә теләгән ханым әле юристарҙан һәм полициянан ярҙам көтә. Белгестәр был өлкәлә белеме булмай тороп финанс эшмәкәрлегенә юл ярырға теләүселәрҙе уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә.

Илнур Зарипов, Башҡортостан граждандарына хоҡуҡи ярҙам комитеты йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: “Аҡса һалғанда уға уларҙы юғалтмаясағы, ә күбәйтеүе тураһында ғына әйткәндәр. Эш бирәбеҙ тип алдатып аҡса алғандар. Беҙҙең фекер буйынса, юғалған аҡсаларҙы кире ҡайтарып булыр. Шуның өҫтөндә эшләйбеҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Финанс баҙары тәжрибәһеҙҙәрҙе ҡабул итмәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий