Шәмбе көнө төбәктә көслө ел сығыуы көтөлә

Шәмбе көнө төбәктә көслө ел сығыуы көтөлә https://bash.news/news/84752_shmbe_kn_tbkt_ksl_el_syyuy_ktl
23 ноя 2018, 14:28

Ҡотҡарыусылар республика халҡын көслө ел сығыуы тураһында иҫкәртә.

Шәмбе көнө төбәктә көслө ел сығыуы көтөлә
Шәмбе көнө төбәктә көслө ел сығыуы көтөлә

Шәмбе, 24 ноябрҙә, Башҡортостан биләмәһендә елдең тиҙлеге секундына 21 метрға етәсәк, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 17 градус һалҡын, урыны менән 23 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ 9 градус һалҡын.

Республика халҡына көслө ел ваҡытында машиналарҙы ағастар, хәүефле ҡоролмалар аҫтына ҡалдырыу кәңәш ителмәй. Водителдәргә тиҙлек режимын һаҡлау һәм ҡар таҙартыу техникаларына ҡамасауламау мөһим.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий