Йәш ҡыҙ иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн хөкөм ителә

Йәш ҡыҙ иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн хөкөм ителә https://bash.news/news/84755_jsh_y_ierek_kilesh_rul_artyna_ultyrany_sn_xkm_itel
23 ноя 2018, 15:01

Стәрлебаш районында 22 йәшлек ҡыҙҙы хөкөм итәләр. Ул иҫерек килеш руль артына ултыра. Ошо сәбәпле, ҡыҙҙы иректән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарыла.

Йәш ҡыҙ иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн хөкөм ителә
Йәш ҡыҙ иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн хөкөм ителә

Хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың июнь айында ҡыҙ иҫерек килеш ВАЗ-21074 автомобиле руле артына ултыра. Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Медицина тикшереүенән һуң, ҡыҙ иҫерек икәне иҫбатлана.

Шулай уҡ, ҡыҙҙың быға тиклем дә иҫерек килеш руль артына ултырыуы асыҡлана. Суд ҡарары буйынса, ул бер йыл да ун айға иректән мәхрүм ителә. Бынан тыш, 2 йыл да 20 көнгә водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество