Башҡортостанда «финанс пирамида»һын ойоштороусолар халыҡты 37 млн һумға алдай

Башҡортостанда «финанс пирамида»һын ойоштороусолар халыҡты 37 млн һумға алдай https://bash.news/news/84757_bashortostanda_finans_piramidayn_ojoshtorousolar_xalyty_37_mln_uma_aldaj
23 ноя 2018, 15:20

«Финанс пирамида»һын ойоштороусоларға ҡарата енәйәт эше судҡа тапшырыла. Мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе 51 йәшлек ҡатын ҡулға алына.

Башҡортостанда «финанс пирамида»һын ойоштороусолар халыҡты 37 млн һумға алдай
Башҡортостанда «финанс пирамида»һын ойоштороусолар халыҡты 37 млн һумға алдай

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе хәбәрҙәштәре менән «АлмазИнвест» кредит кооперативын ойоштора. Ул финанс пирамидаһы принцибы буйынса эшләй. Ҡатын ойошма менән идаралыҡ итә, ә уның хәбәрҙәштәре Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш Республикаларында ойошманың офистарын аса. Граждандар менән килешеүҙәр төҙөлә. Уларға 21 - 25% килем вәғәҙә итәләр.

Һөҙөмтәлә, 252 кеше 37 миллион һум күләмендә аҡсаһын юғалта. Енәйәт эшен судҡа тапшыралар.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа