Республикала ҡот осҡос аварияла әсәле-ҡыҙлы һәләк була

Республикала ҡот осҡос аварияла әсәле-ҡыҙлы һәләк була https://bash.news/news/84762_respublikala_ot_osos_avariyala_sleyly_lk_bula
23 ноя 2018, 16:15

Йома, 23 ноябрҙә, көндөҙ Благовещен районында фажиғәле авария теркәлә. Был хаҡта республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Республикала ҡот осҡос аварияла әсәле-ҡыҙлы һәләк була
Республикала ҡот осҡос аварияла әсәле-ҡыҙлы һәләк була

Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 50 саҡрымында теркәлә. "Chevrolet Niva" менән ВАЗ-2108 автомобилдәре бәрелешеү һөҙөмтәһендә, ВАЗ-дың 19 йәшлек водителе һәм уның ике пассажиры, 37 йәшлек ҡатын менән уның 17 йәшлек ҡыҙы һәләк була.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәбе асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество