Өфөлә БДУ-ның иҡтисад факультеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк

Өфөлә БДУ-ның иҡтисад факультеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк https://bash.news/news/84766_fl_bduny_itisad_fakultety_30_jylly_yubilejyn_bildljsk
23 ноя 2018, 16:31

1 декабрҙә 17.00 сәғәттә "Өфө уттары" күңел асыу үҙәгенең "Колизео" залында БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлаусыларҙың осрашыуы үтәсәк. Сара юғары уҡыу йортоноң иҡтисад факультеты ойошторолоуона утыҙ йыл тулыу айҡанлы уҙа.

Өфөлә БДУ-ның иҡтисад факультеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк
Өфөлә БДУ-ның иҡтисад факультеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк

Осрашыуға төрлө йылдарҙа белем алған сығарылыш студенттары саҡырыла. Программала тантаналы өлөш, әңгәмәләшеү, фотоға төшөү, таңға тиклем дискотека, банкет ҡаралған.

Билеттар К.Маркс ур., 3/4 адресы буйынса уҡыу йортоноң "И" корпусында 201И, 202И, 214И бүлмәләрендә,шулай уҡ, "Грин Папа" баҡса үҙәгендә (Өфө,Менделеев ур., 158/1, ВДНХ биләмәһе) 9.00 - 19.00 сәғәттәрҙә һатыла. (йәкшәмбе көнө: 9.00- 17.00 сәғ).Белешмә өсөн телефон: +73472299613.

Спутник FM
Новости партнеров
Мусафир