Башҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Башҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә https://bash.news/news/84767_bashalala_yal_kndrend_auyl_xuzhalyy_jrminklre_t
23 ноя 2018, 16:52

Башҡалала ял көндәрендә сираттағы йәрминкәләр ойошторола. Урындағы халыҡҡа арзан хаҡҡа ауыл хужалығы продукциялары тәҡдим ителәсәк.

Башҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә
Башҡалала ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Йәрминкә 24 һәм 25 ноябрҙә төрлө райондарҙа үтә. Сауҙа 24 ноябрҙә Калинин районында Интернационал урамы менән Машиналар төҙөүселәр урамы киҫелешендә ойошторола. Был көндө тағы ла Ленин районының «Тулҡын» скверы янында, Октябрь районының Спорт һарайы ҡаршыһында, Сипайловола Гагарин ур. №33 йорто янында йәрминкәләр үтә.

25 ноябрҙә Калинин районы халҡы тағы ла бер тапҡыр йәрминкәлә ҡатнаша ала. Сауҙа итеү иртәнге сәғәт ундан дүрткә тиклем эшләй.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа