Экспортҡа продукция оҙатыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡапланасаҡ

Экспортҡа продукция оҙатыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡапланасаҡ https://bash.news/news/84784_eksporta_produkciya_oatyu_menn_bjle_syymdary_ber_lsh_dlt_ibenn_aplanasa
23 ноя 2018, 21:29

Был турала бөгөн Өфөлә үткән тәүге халыҡ-ара экспорт форумында белдерелде. Яңы система үҙ продукцияһы менән донъя баҙарына сыҡҡан эшҡыуарҙарға булышлыҡ күрһәтеү маҡсатында индерелә. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов белдереүенсә, экспортты үҫтереү ил иҡтисадын күтәреүҙәге стратегик йүнәлештәрҙең береһе.

Башҡортостанда әле экспортҡа эшләүселәр өсөн махсус карта булдырылған, унда яңы эш башлаған йүнселдәр ҙә, тәжрибәле экспортерҙар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап һәм ярҙам таба ала.

Руслан Мирсаяпов, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Был интерактив картала Башҡортостанда етештерелгән һәм сит илдәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланылған продукция төрҙәрен күрергә мөмкин. Баҙар һорауын өйрәнеү йүнселдәр өсөн бик файҙалы, улар был картаға ҡарап үҙ эшмәкәрлеген киңәйтә ала”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Экспортҡа продукция оҙатыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡапланасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд