Башҡортостанда медицина реабилитацияһы системаһын камиллаштырыу алымдары ҡарала

Башҡортостанда медицина реабилитацияһы системаһын камиллаштырыу алымдары ҡарала https://bash.news/news/84785_bashortostanda_medicina_reabilitaciyay_sistemayn_kamillashtyryu_alymdary_arala
23 ноя 2018, 21:34

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә лә һүҙ дауалау-профилактика учреждениеларында пациенттарҙы реабилитациялау хаҡында барҙы. Медицина реабилитацияһы өс этаптан тора. Тәүге икәүһе медицина учреждениеһында үтә, ә һуңғыһы шифахана-курорттарҙа ойошторола.

Әммә юлламалар бөтә төр сирҙәргә лә бирелә тигән һүҙ түгел, шифахана-курорт реабилитацияһына йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән бәйле сирлеләр хоҡуҡлы.

Дауаланыусының эшләп йөрөүе лә шарт. Был эҙмә-эҙлекле система пациенттарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырырға булышлыҡ итә. Башҡортостанда реабилитация алымы 35 йыл дауамында ҡулланыла һәм Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан булып һанала. Шулай ҙа камиллаштырыу мөмкинлектәре бар, шифахана-курорт реабилитацияһына дәғүә иткән ауырыуҙар исемлеген киңәйтергә, ошо эшмәкәрлекте алып барған дауаханалар иҫәбен арттырырға, финанслау күләмен күбәйтергә мөмкин. Белгестәр фекеренсә, был система кешеләрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә, ғүмер оҙонлоғон арттырыуға ярҙам иитә.

Лира Ғилметдинова, БДМУ-ның тергеҙеү медицинаһы һәм курортология буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры: “Хирургия операцияһынан һуң реабилитация алмайҙар, онкология менән ауырыуҙар реабилитация алмай. Элек ауырлы ҡатындарға, балаларға, шәкәр диабеты менән сирлелергә реабилитация үткәрә торғайныҡ. Хәҙер был төркөмдәр төшөп ҡалды. Уларға программаларыбыҙ ярҙам итер, тип ышанабыҙ”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда медицина реабилитацияһы системаһын камиллаштырыу алымдары ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд