Һаулыҡ һаҡлауға йәш белгестәр

Һаулыҡ һаҡлауға йәш белгестәр https://bash.news/news/84786_auly_alaua_jsh_belgestr
23 ноя 2018, 21:37

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы яңы көстәр менән тулыланды. Медицина учреждениеһы коллективына тағы ла 6 табип һәм 27 урта медицина хеҙмәткәре ҡабул ителде.

Йыл һайын дауаханала йәштәрҙе эшкә алыу тантанаһына ҙур иғтибар бүленә. Сөнки йәш белгестәр өсөн был бик мөһим сара. Сығыш яһаусылар әйтеүенсә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы талантлы һәм киң билдәле бер нисә быуын медицина хеҙмәткәрҙәре үҫтергән. Тап уның стеналарында ҡасандыр хеҙмәт юлы башлап, бөгөн үҙ белемдәрен йәш коллегалары менән уртаҡлашыусылар ҙа байтаҡ.

Мәжит Нартайлаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы: “Башҡортостандың флагманы булып торған дауаханаға улар тағы ла абруй өҫтәй”.

Яңы көстәр республиканың төп дауаханаһында быйыл йәй ҡулдарына диплом алғандан һуң эш башлаған. Ошо ваҡыт эсендә улар үҙҙәрен талантлы, заманса ҡарашлы һәм сирлеләргә бар яҡлап та ярҙам күрәһәтергә әҙер булыуҙарын күрһәткән.

Автор: Илдар Байбулатов.

Һаулыҡ һаҡлауға йәш белгестәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа