Өфөлә онкологтар яман шеш ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса фекер алышты

Өфөлә онкологтар яман шеш ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса фекер алышты https://bash.news/news/84787_fl_onkologtar_yaman_shesh_auyryuarynan_lem_osrataryn_kmete_bujynsa_feker_alyshty
23 ноя 2018, 21:41

Осрашыуҙа илдең, республиканың билдәле табиптары ҡатнашты. Сарала билдәләнеүенсә, Башҡортостанда яман шеш ауырыуҙарынан ғүмере өҙөлөүселәр һаны артҡан. Күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә иң арттағылар исемлегендәбеҙ.

Әлбиттә, был бер яҡтан сирҙе асыҡлауға һәм теркәүгә иғтибар артыуына бәйле. Табиптар әйтеүенсә, икенсе проблема ла бар. Урындарҙа онкологтар һәм диагностика ҡоролмалары етешмәй. Был үҙ сиратында анализдар эшләү, диагноздар ҡуйылыу ваҡытының һуҙылыуына килтерә.

Һөҙөмтәлә ҡәҙерле ваҡыт юғала, ә яман шеш ауырыуҙары хаҡында һүҙ барғанда, һәр көн мөһим. Әбйәлилдән онколог Ринат Мәһәҙиев әйтеүенсә, 90-сы йылдарҙа районда рак диагнозы ҡуйылғандар 60-лап кеше булһа, әле 400-ҙән ашыу.

Ринат Мәһәҙиев, Асҡар үҙәк район дауаханаһы хирург-онкологы: “Инструмент, ҡоролмаларыбыҙ юҡ. Шуның өсөн дә бик оҙаҡҡа тура килә. Ҡайһы-бер анализдарҙы Белоретҡа ебәрәбеҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙә булһа, тиҙ генә эшләр инек".

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә онкологтар яман шеш ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса фекер алышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество