Абилимпикс-2018

Абилимпикс-2018 https://bash.news/news/84788_abilimpiks2018
23 ноя 2018, 21:43

Мәскәүҙә мөмкинлелеге сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса дүртенсе милли чемпионат үтте. Башҡортостан данын бәйгелә төбәк этаптарында еңеү яулаған 40 кеше яҡланы. Улар өс категория - уҡыусылар, студенттар һәм 25 төр буйынса белгестәр.

Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса республика вәкилдәре дөйөм команда беренселегендә икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Яҡташтарыбыҙ 6 алтын, 9 көмөш һәм 6 бронзаға лайыҡ булды. Республика командаһын уңышлы сығыштары менән Радий Хәбиров тәбрикләне.

"Башҡортостан "Абилимпикс" тип аталған Рәсәйҙең уникаль беренселегендә икенсе урын алды. Әгәр ҙә һеҙ был турала ишетмәһәгеҙ, көслө һәм һәләтле кешеләр менән танышыуға бер аҙ ваҡыт бүлегеҙ. Ысын күңелдән команданы ҡотлайым һәм уларға ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм!" - тип яҙған Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Абилимпикс-2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна