Бөгөн Каринэ Хәбирова Рәсәй дәүләт социаль университеты проекттары менән танышты

Бөгөн Каринэ Хәбирова Рәсәй дәүләт социаль университеты проекттары менән танышты https://bash.news/news/84789_bgn_karine_xbirova_rsj_dlt_social_universitety_proekttary_menn_tanyshty
23 ноя 2018, 21:49

Осрашыу сиктәрендә ул һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған семинарҙы ла ҡараны. Башҡортостандың Медицина палатаһы илдә беренселәрҙән булып аҡ халатлыларға өҙлөкһөҙ белем алыу мөмкинлеге бирә.

Пилот проект тағы ла Смоленскиҙа тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Каринэ Владимировна "Үҙенсәлекле балалар" ауыр сирле балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды попечителлек советының сираттағы ултырышында ҡатнашты. Унда республиканың ҡайһы төбәктәрендә абилитация ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре ҡаралды.

Пилот проект киләһе йыл Өфөнөң Дим биҫтәһе, Белорет, Күмертау, Нефтекама ҡалалары, Бүздәк районы медицина учреждениеларында һәм реабилитация үҙәктәрендә старт алыуы ихтимал. Әлегә белгестәр әҙерләү дауам итә. Етлекмәй тыуған кескәйҙәргә ваҡытында дауалау курстары ойошторолғанда, уларға иртә ярҙам күрһәтелгәндә - сәләмәтлектәрендә лә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтеләсәк.

Фәйрүзә Латипова, "Үҙенсәлекле балалар" ауыр сирле балаларға ярҙам хәйриә фонды директоры: “Абилитация сараларын ваҡытында үткәрергә кәрәк. Тыуғас алты ай ғына ваҡыт бар. Ә беҙҙә бындай шарттар юҡ. Абилитация үҙәктәрен асырға кәрәк”.

Каринэ Хәбирова "Өсөнсө быуын" халыҡ университеты эшмәкәрлеге менән дә танышты, компьютер кластарын ҡараны. Шулай уҡ ул эбру техникаһында һүрәт төшөрөү буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. "Дуҫлыҡ" фольклор ансамбле иһә ҡунаҡтарға бәләкәй концерт программаһы әҙерләп, сәнғәткә, ижадҡа һөйөүен күрһәтте. Ҡубыҙ, ҡурай, гармун моңдарына оҫта баҫып бейегән, халыҡ йырҙарын башҡарған коллектив ағзалары бөгөн волонтерлыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Фәриҙә Ҡалмантаева, "Өсөнсө быуын" халыҡ университеты тыңлаусыһы: “Өйҙә ултырмайбыҙ, бында эшкә йөрөгән кеүек йөрөйбөҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Каринэ Хәбирова Рәсәй дәүләт социаль университеты проекттары менән танышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд