Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына 30 метрлыҡ шыршы ҡуйылды

Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына 30 метрлыҡ шыршы ҡуйылды https://bash.news/news/84790_fn_lenin_isemendge_majanyna_30_metrly_shyrshy_ujyldy
23 ноя 2018, 21:54

Ҡупшыҡай Благовещен районынан килтерелгән. Баш ҡалаға уны Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу оҙатып барҙы. Әйткәндәй, быйыл үҙәк майҙанда боҙ ҡаласығын ойоштороуға туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Благовещен районының ҡуйы урманына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу осраҡлы ғына килеп сыҡмаған. Өфөнөң төп шыршыһын һайлай улар. Ылыҫлы ағастар араһында яҡынса туҡһан йыл элек тамыр йәйә башлаған ҡупшыҡай янында туҡталалар.

Йәшел һылыуҡайҙы Ленин исемендәге майҙанға алып килеп ҡуйыу өсөн теүәл бер тәүлек ваҡыт талап ителә. Йөк машинаһындағы матурлыҡты күреп меңдәрсә кеше һоҡланғандыр. Водитель сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек менән генә бара

Баш ҡалаға тиклем шыршыны юл инспекторҙары оҙатып килде. Тантаналы рәүештә ҡаршылау ҙа ойошторолдо. Әкиәт геройҙары, бейеүсе ҡыҙҙар, гармунсы һәм киләһе йыл символы - һары сусҡа. Ҡыш бабай ҡупшыҡайҙың оҙонлоғон да һынап ҡараны, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәнеләр.

Шыршыны ҡаршылау ысын мәғәнәһендә Яңы йыл тамашаһына әйләнде. Йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө. Барыһы ла киләһе йыл имен килер тип көтә.

Ленин исемендәге майҙанға шыршыны Черниковка биҫтәһе, Октябрь проспекты аша алып килделәр. "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы" предприятиеһы баш ҡала үҙәгендә эшсе ҡулдар, ҡеүәтле техника әҙерләп ҡуйғайны.

Зәбир Сафин, "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы" предприятиеһының урман хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Беҙҙең ойошма был шыршыны ҡуйыр өсөн 30 эшсене йәлеп итте. Махсус техниканы ла килтерҙек. Ул ҡала халҡын ҡыуандырыр тип уйлайбыҙ”.

Ҡупшыҡайҙы төнгө сәғәт 12-лә нығытып ҡуйҙылар. Урында барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә, ти белгестәр. Баш ҡаланың төп майҙанын тиҙҙән байрам рухы сорнаясаҡ. "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы предприятиеһы 9 миллион һумлыҡ контракт төҙөгән. Үҙәк майҙанда боҙ ҡаласығы асыласаҡ.

Әлегә барлыҡ деталдәр ҙә сер итеп һаҡлана. Уның нисек биҙәлеше һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, киләһе аҙнала бында Ҡашҡаҙан күленән боҙ ҡырҡып алып киләсәктәр. Төрлө әкиәт персонаждарын һәм скульптуралар яһау өсөн.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына 30 метрлыҡ шыршы ҡуйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество