Дан ғаиләләр гөлләмәһе

Дан ғаиләләр гөлләмәһе https://bash.news/news/84791_dan_aillr_gllme
23 ноя 2018, 21:57

Сибай ҡалаһының "Атайсал" гәзите урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты менән берлектә Башҡортостандың 100 йыллығына "Дан ғаиләләр гөлләмәһе" тигән китап әҙерләп сығарҙы. Ул ғына ла түгел, Урал аръяғында йәшәүсе ғаиләләр хаҡындағы мәҡәләләр урындағы гәзит биттәрендә донъя күрҙе. 7 декабрҙә был сара көньяк райондар ҡатнашлығында ҙур байрам итеп үткәреләсәк.

Атайсал Сибай ҡалаһында донья күргән башкорт гәзите, бөгөн ул ҙур ғына дана менән нәшер ителә һәм төбәк укыусылары араһында абруйлы баҫмаларҙың береһе. Уны оҙак йылдар етәкләгән яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов бихисап китаптар авторы ғына түгел, ә Таҙа һакмар , 100 йыллыкҡа 100 ғаилә тигән матур акцияларҙың башланғысында торған кеше лә.

Былтырғы “Таҙа Һакмар” акцияһы көньяк райондарҙы урап, Силәбе өлкәһенә үк барып еткәйне. Унда 300 тонна сүп сар сығарылған. Иң мөһиме – был сараны көньяк райондарҙың етәкселеге, ауыл биләмәләре, предприятиелар ҙа күтәреп алды һәм уны үткәреүҙә, матур итеп йомғаклап куйыуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтте. Ә Урал арьяғының 100 якшы ғаиләһен билдәләү идеяһы ла Башҡортостандың 100 йыллык юбилейы һәм ғаилә йылы менән бәйләнгән.

Хәйҙәр Тапаҡов, "Атайсал" гәзите баш мөхәррире: “Беренсе талап – ғаиләлә балалар һаны өсәүҙән күберәк булырға тейеш. Икенсеһе – ғаилә бөтә яҡлап та өлгөлө булырға тейеш. Гәзит биттәрендә матур мәҡәләләр сыҡты. Ошо мәҡәләләрҙе йыйып китапҡа тупланыҡ”.

Был китапка барлығы 105 ғаилә индерелгән. Урал арьяғының һәр районына егермешәр ғаилә тура килә. Уларҙың һәр береһе хакында баҫма хәбәрселәре йәй буйы материал туплай. Декабрь баштарында, уларҙы тәбрикләү тантанаһында, Урал арьяғының һәр районы үҙ бүләген булдырысак, ә Гран При алыусыны Сибай ҡала хакимиәтенең премияһы көтә.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Дан ғаиләләр гөлләмәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий