Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...

Туҡтатмағыҙ юлдарымдан... https://bash.news/news/84792_tutatmay_yuldarymdan
23 ноя 2018, 22:00

26 ноябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова шиғриәт һөйөүселәрҙе "Башҡортостан" дәүләт концерт залына юбилей кисәһенә саҡыра. "Туҡтатмағыҙ юлдарымдан ..." тип исемләнгән шиғыр һәм йыр кисәһендә әҙибәнең ижадташ дуҫтары, республиканың билдәле сәнғәт оҫталары сығыш яһаясаҡ.

Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана. Күренекле башҡорт шағирәһе тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡ авторы. Уның әҫәрҙәре 25 телгә тәржемә ителгән. Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарына 300-ләп лирик һәм балалар өсөн йырҙар яҙылған.

Шағирәнең юбилейы республикала киң билдәләнә. Быға тиклем Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ижадына арналған әҙәби кисәләр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, тыуған төйәге Әлшәйҙә һәм Туймазы районында ла үтте.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество