Башҡорт театрында яңы герой

Башҡорт театрында яңы герой https://bash.news/news/84793_bashort_teatrynda_yay_geroj
23 ноя 2018, 22:03

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе йәнә тамашасы иғтибарына ҙур премьера әҙерләй. Был юлы ижади коллектив яҙыусы, тарихсы Спартак Ильясовтың ижадына мөрәжәғәт иткән. Премьера 29 һәм 30 ноябргә билдәләнгән. Сәхнә әҫәре булараҡ ижад ителгән роман ысын тормоштан алыныуы менән үҙенсәлекле. Ул Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының фажиғәле яҙмышы хаҡында. Уны ҡасандыр халыҡ "Биғылый" тип йөрөткән. Проза һәм сәхнә әҫәре лә ошо исем менән аталған.

Спартак Ильясов, "Биғылый" романы авторы: “Биғылый” романы өҫтөндә эшләү, беренсенән, сәхнә әҫәре итеп эшләнгән әҫәр түгел. Ул һаман да яҙылып бөтмәгән. Биғылыйҙар йәшәгән шарттар, мөнәсәбәт һ.б. Меңләгән һорауҙар килеп баҫасаҡ”.

Автор әйтеүенсә, драма театр коллективы өсөн ҙур яңылыҡ булып тора. Герой яҙмышын сәхнә кимәленә сығарыу әҫәрҙең әһәмиәтен тағы ла көсәйтә. Ул бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ тип ышана ижади коллектив. Әйткәндәй, Спартак Ильясовтың "Биғылый" китабының исем туйы былтыр Өфөлә үткәйне. Ул саҡта әҫәрҙе фильм итеп үҫтереү идеяһы күтәрелде. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Тәүгеләрҙән булып стәрлеләр тотондо. Премьераға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әлеге ваҡытта репетициялар менән бергә сәхнә декорацияһы, костюмдар әҙерләнә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡорт театрында яңы герой

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий