Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Дәүләт Советы президиумы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Дәүләт Советы президиумы ултырышында ҡатнашты https://bash.news/news/84802_radij_xbirov_rsj_prezidenty_vladimir_putin_tkrgn_dlt_sovety_prezidiumy_ultyryshynda_atnashty
23 ноя 2018, 23:04

Президиумдың киңәйтелгән ултырышы Ялта ҡалаһының "Мрия" ҡунаҡхана комплексы биләмәһендә, ил башлығының субьекттар етәкселәре менән рәсми булмаған әңгәмә форматында үтте.

Осрашыуҙа һүҙ Рәсәй Президентының төбәктәр алдында 2024 йылға тиклем ил үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре тураһындағы указында билдәләнгән бурыстары хаҡында барҙы.

Беҙгә һәм халыҡҡа аныҡ һөҙөмтәләр кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, инфраструктура кеүек мөһим йүнәлештәр буйынса алға ынтылыу мотлаҡ. Илдә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрергә, халыҡ яҡшыраҡ йәшәй башларға тейеш. Кешеләрҙең был үҙгәрештәрҙе отчеттарҙа, ҡағыҙҙа түгел үҙҙәренең йәшәйешендә күреүе мөһим, тине Владимир Путин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Дәүләт Советы президиумы ултырышында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна