Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 25 градусҡа тиклем һыуыта

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 25 градусҡа тиклем һыуыта https://bash.news/news/84803_bashortostanda_alday_yal_kndrend_25_gradusa_tiklem_yuyta
23 ноя 2018, 23:10

Был хаҡта республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. Бөгөн төндә һауа температураһы 14 -19, аяҙайтҡанда 20-25 градусҡаса тиклем түбәнәйә. Көндөҙ 6-12 градус тирәһе һыуыҡ булыр тип күҙаллана.

Әйткәндәй һуңғы тәүлектәрҙә республикала, шул иҫәптән Өфөлә урам һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу туҡтамай. Баш ҡалала был эшкә бөтәһе 300-ҙән ашыу техника һәм 2 мең самаһы хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Ҡала властары граждандарҙы автомобилдәрен рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Бөгөн "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәһендә генә махсус техникаларға ҡамасаулаған тиҫтәгә яҡын еңел транспорт штраф туҡталҡаһына оҙатылған.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 25 градусҡа тиклем һыуыта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд